10:40 (UTC+5), 26 Августа 2024

Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операция офицерына юғары дәүләт наградаһы тапшырҙы

Эдуард Ҡусҡарбәков

Махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Никита Вәлиев Башҡортостан Башлығы указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Радий Хәбиров яугиргә награданы Республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тапшырҙы.

Никита Вәлиев — махсус хәрби операция биләмәһендә айырым гвардия танк батальоны командиры урынбаҫары. Ул Нефтекама ҡалаһы янындағы Әмзә ауылында тыуған. Хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк ҡатнаша. Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Борис Дудко етәкселегендә хеҙмәт иткән. Никита Вәлиев — өс Батырлыҡ ордены кавалеры ла.

«Никита Рөстәм улы менән кәләшен «Көҙ романтикаһы» на саҡырҙым. Иң мөһиме — Никитаға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға ҡуштым. Ошондай кешеләр Башҡортостандың киләсәген төҙөһөн өсөн. Хәрби хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Уңыштар теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, беҙ һеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ»,  — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-26/radiy-habirov-vruchil-ofitseru-svo-iz-bashkirii-vysokuyu-gosnagradu-3898693

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика