
Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында Хәйбулла районында тыуып үҫкән офицер Никита Петровты Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булыуы менән ҡотланы.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн награданы яҡташыбыҙға илдең оборона министры Андрей Белоусов тапшырҙы, тип иҫкә төшөрҙө республика етәксеһе.
Лейтенант Никита Петров үҙ ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған, тип билдәләне ул. 2022 йылдың 24 февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уның етәкселегендәге парашют-десант взводы Ватанды дошмандан һаҡлау өсөн хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй.
«Республикабыҙ исеменән Никитаны ҡотлайым! Башҡортостан үҙенең геройҙары менән ғорурлана! Өйҙә еңеү менән көтәбеҙ!» – тип яҙа Радий Хәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың июнендә Никита Петровтың взводы Луганск Халыҡ Республикаһында хәрби ҡағылыу линияһында дошмандың терәк пунктын уңышлы баҫып алып, 17 хәрби хеҙмәткәрҙе юҡ иткән. Үҙҙәренең араһынан юғалтыуҙар юҡ. Уның ҡыйыулығы һәм стратегик фекерләүе һөҙөмтәһендә мөһим разведка мәғлүмәттәре табылған.
2023 йылдың авгусында Никита Петров, разведка өсөн квадрокоптер ҡулланып, дошмандың ике диверсия-разведка отрядының хәрәкәт иткәнен асыҡлаған. Засада ойоштороп, ул 9 неонацисты юҡ иткән, икәүһен әсирлеккә алған. Штурмлау төркөмө 2 пикапты, 20-нән ашыу һалдатты юҡ итеп, 2 неонацисты әсирлеккә алып ҡайтҡан, ҡалғандары ҡасҡан. Был алышта офицер Украина ҡораллы көстәренең 6 яугирен юҡ иткән.
2023 йылдың авгусынан октябренә тиклемге осорҙа уның взводы дошмандың һөжүмен кире ҡағып, уға ҙур юғалтыуҙар килтергән. Офицерҙың оҫта етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә 3 танк, 4 бронялы машина һәм Украина ҡораллы көстәренең 50-нән ашыу һалдаты юҡ ителгән. Дошман кире сигенергә мәжбүр булған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.