10:22 (UTC+5), 23 Августа 2024

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Ләйсән Закирова

Башҡортостанда оҙайлы ямғырҙарҙан һуң уңыштың юҡҡа сығыуына бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Тейешле бойороҡҡа Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Документҡа ярашлы, тупраҡтың ныҡ дымланыуы арҡаһында ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре зыян күргән Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары һәм Күмертау ҡалаһы биләмәләрендә 2024 йылдың 11 июленән 20 авгусына тиклем ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Был 11 сентябргә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Ауыл хужалығы министрлығына муниципалитеттар менән берлектә тупраҡтың артыҡ дымланыу эҙемтәләрен йомшартыу буйынса саралар планын тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелде.

Район һәм ҡала хакимиәттәренә тармаҡ ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре менән 5 сентябргә тиклем Ауыл хужалығы министрлығына зыян күләмен раҫлаған документтар ебәрергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-23/v-bashkirii-vveli-rezhim-chrezvychaynoy-situatsii-3896006

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика