Бөгөн илдә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын ҡотланы. Республика етәксеһенең социаль селтәрҙә баҫылған ҡотлауын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылау менән бергә ебәрелгән балалар һүрәттәре биҙәй.
«Окоптарҙа, тылда, һәр кем үҙ урынында — үҙебеҙҙең флагты һаҡлайбыҙ. Азат, бойондороҡһоҙ, ғорур илебеҙ — бөйөк Рәсәй флагын. Беҙ мотлаҡ еңербеҙ. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө менән!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров.