Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2024, 15:55

Башҡортостан Башлығы Зекериә Аҡназаровтың 100 йыллығын билдәләп үтте

Бөгөн күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зекериә Аҡназаровтың тыуыуына 100 йыл тула, тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Зекериә Аҡназаров 1962-1986 йылдарҙа — 24 йыл Башҡорт АССР-ның Министрҙар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Был республика үҙенең индустриаль ҡеүәтен арттырған, илдең эре сәнәғәт һәм аграр үҙәге исемен яулаған осор булып тора.

Социаль үҫештә лә ҡаҙаныштар осоро. Тап шул саҡта РСФСР-ҙың Министрҙар советы ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, Өфөлә 1000 койкаға иҫәпләнгән клиник дауахана, хәҙерге Рус драма театры, сәнғәт училищеһы төҙөлгән, Владимир Ильич Ленинға һәйкәл асылған.

«Башҡортостандың Союзда ныҡлы үҫешкән төбәккә әүерелеүендә Зекериә Шәрәфетдин улының, уның фекерҙәштәренең һәм уҡыусыларының хеҙмәте ҙур.

Ул лайыҡлы тормош юлы үткән шәхес ине. Кешеләргә ҡарата йылы мөнәсәбәт уның өсөн бөтә титулдарҙан да ҡәҙерлерәк булды.

Беҙ Башҡортостан үҫешенә күп көс һалған етәкселәребеҙҙе хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Уларҙың эше шәхсән минең һәм республикабыҙҙың идара итеү командаһы өсөн өлгө булып тора», — тип билдәләне республика Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-22/glava-bashkirii-otmetil-100-letie-zekerii-aknazarova-3895353

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас