Тиҙҙән Өфөнөң Пушкин урамында ике тапҡыр транспорт хәрәкәте ябыла (Ленин урамынан Цюрупаға тиклемге участкала). Был Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале һәм III «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар асыҡ конкурсы ойоштороу менән бәйле.
22–24 августа көндөҙгө сәғәт 12-нән төн уртаһына тиклем;
26–28 августа көндөҙгө 11-ҙән төн уртаһына ҡәҙәр.
Был осорҙа йәмәғәт транспортының хәрәкәте үҙгәрә, схемалар квартал картаһында күрһәтелгән. Ҡала хакимиәте пассажирҙарға һәм водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш бирә.