11:30 (UTC+5), 21 Августа 2024

Ғаилә йылында яҡташтарыбыҙға «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы тапшырылды

Фото: Валерий Шахов
Әлфиә Әһлиуллина

21 августа Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» конкурсына йомғаҡ яһаны. Сара Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2023 йылдың 22 ноябрендәге указына ярашлы иғлан ителгән Бөтә Рәсәй Ғаилә йылына арналды.

Бүләкләү тантанаһына, лауреаттарҙан һәм уларҙың яҡындарынан тыш, абруйлы ҡунаҡтар — Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина һәм башҡалар саҡырылғайны.

Һуңғы биш йылда республикала ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға бәйле мәсьәләләргә етди иғтибар бүленә, тип билдәләне Максим Забелин. Ғаилә институтын нығытыуға, ғаилә һәм социаль өлкәләрҙә ир-аттың статусын күтәреүгә йүнәлтелгән башланғыстар хуплау таба. Быйыл бишенсе тапҡыр тапшырылған «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы быға асыҡ миҫал булып тора.

«Атай ҡаһарманлығы» наградаһы менән бүләкләү өсөн тәүгеләрҙән булып сәхнәгә «Батырлыҡ, ғәййәрлек һәм намыҫ» номинацияһы лауреаттары саҡырылды. Был номинацияла жюри ҡатмарлы хәлдәрҙә ҡыйыулыҡ күрһәткән һәм балаларын да шуға өйрәткән атайҙарҙы билдәләй. Күптәренең улдары махсус хәрби операция биләмәһендә фиҙаҡәрлек күрһәтә. Был номинацияла наградаларҙы Рәсәй Геройы, гвардия майоры Борис Дудко тапшырҙы.

Быйыл иң өлкән лауреаттарҙың береһе – Шишмә районынан 85 йәшлек хәрби пенсионер, отставкалағы майор Фаил Нурғәлин. Яҡташыбыҙ 30 йылдан ашыу ғүмерен Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итеүгә арнаған. Һарытау хәрби училищеһын тамамлаған йәш белгес Кудымкар ҡалаһына ебәрелгән. 1975 йылда ғаилә сәбәптәре буйынса Башҡортостанға күсеп ҡайтҡан, 1989 йылдан отставкала.

Махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан атайҙарҙы — Стәрлетамаҡ районының Алға ауылынан Хөсәйен Аритҡоловты, Нуриман районының Никольский ауылынан Сергей Приваловты, Шишмә районының Сыуалкип ауылынан Сәғит Камаловты тәбрикләү тантананың иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Балаларында Ватанға һөйөү тойғоһо тәрбиәләгән ир-егеттәргә бөтә зал алҡышланы.

«Күп балалы атайҙар» номинацияһында 10 кеше бүләкләнде. Уларҙың балалары республикабыҙҙың спорт, йәмәғәт һәм ижади тормошонда әүҙем ҡатнаша, хатта Әбйәлил районының Рауил ауылынан Кәрим Мөхәмәҙиев кеүек ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Мөхәмәҙиевтар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә, уларҙың береһе һыуға батып барған кешене ҡотҡарған өсөн маҡтау грамотаһына лайыҡ булған. Өлгөлө ғаилә башлығы Кәрим Хабрахман улы ауылдаштары араһында абруй менән файҙалана, әлеге ваҡытта Атайҙар советы етәксеһе.

Тантанала финалсыларҙың барыһына ла күкрәккә таға торған билдәләр, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-21/v-god-semi-zhitelyam-bashkirii-vruchili-obschestvennuyu-nagradu-ottsovskaya-doblest-3893193

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика