

Октябрьскийҙан махсус хәрби операцияға мобилизацияланған яугир генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов миҙалына лайыҡ булды. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән ҡала мэры Алексей Пальчинскийға һылтанып хәбәр иттеләр.
Билдәле булыуынса, «Чечен» позывнойлы бүлек командиры Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт итә. Уның бурысы — артиллерия утын корректировкалау. Юғары награданы хәрбигә алғы һыҙыҡта тапшырҙылар.
Бынан алдараҡ республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары исемлеге киңәйтелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты 1 августан 31 декабргә тиклем хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән яугирҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр түләнгән аҡсаның күләме арттырылды. Шулай итеп, Хәҙер Башҡортостандың хәрби хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум түләнә.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19, һайлап алыу пунктының (347) 248-29-31 номерына шылтыратып бирергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.