Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2024, 10:42

Республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда янғындар, шул иҫәптән тәбиғәт янғындары буйынса хәлдең тотороҡланыуына бәйле хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров 19 сентябрҙән янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул республикала 27 апрелдән индерелде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар билдәләнә (шул иҫәптән усаҡ яғыуҙы, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡоро үлән үртәүҙе тыйыу, граждандарға урманға барыуҙы сикләү, урман һәм башҡа ландшафт (тәбиғәт) янғындарын булдырмауға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар күреү).

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-20/v-bashkirii-otmenili-osobyy-protivopozharnyy-rezhim-3892070

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас