17:22 (UTC+5), 19 Августа 2024

Радий Хәбиров урта махсус уҡыу йорттарына эшсе һөнәрҙәргә ҡабул итеүҙе арттырырға ҡушты

Әлфиә Әһлиуллина

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урта махсус уҡыу йорттарына эшсе һөнәрҙәр буйынса студенттарҙы ҡабул итеүҙе арттырырға ҡушты.

«Шуға иғтибарҙы йүнәлткем килә: уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә урта махсус уҡыу йорттарына эшсе һөнәрҙәргә ҡабул итеүҙе арттырырға тип һөйләштек. Быны яҡшы итеп башҡарырға кәрәк», - тип билдәләне ул Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа һәм республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙинға мөрәжәғәт итеп.

Уҡытыусылар кәңәшмәһендә сығыш яһағанда Радий Хәбиров республиканың күп кенә производстволарҙа кадрҙарға ҡытлыҡ кисереүен әйткәйне.

«Беҙҙең Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә 2 меңгә яҡын белгесте эшкә алырға әҙерҙәр. Уларҙы колледждарыбыҙ әҙерләргә тейеш. Нефтекама, Бәләбәй һәм Туймазы ҡалаларындағы машиналар эшләү заводтарында ла өҫтәмә эшселәргә ихтыяж бар, — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.  — Беҙ колледждарҙа профилле һөнәрҙәргә ҡабул итеү планын 580 кешегә арттырҙыҡ. Ләкин бөгөн был һанды 2-3 меңгә еткереү зарур. Ошо мөһим мәсьәләне хәл итеүгә ижади ҡарарға кәрәк».

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-19/radiy-habirov-poruchil-uvelichit-priem-v-ssuzy-na-rabochie-spetsialnosti-3891119

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика