
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына махсус хәрби операция зонаһында камикадзе дроны һөжүм иткән. Украина Ҡораллы Көстәре дроны депутаттар Юлия Краснова һәм Тимерғәле Ураҙғолов йөрөгән автомобилгә шартлатҡыс төшөргән. Уның ярсыҡтары машинаның ҡыйығына, руленә, кузовына зыян килтергән. Бәхеткә күрә, депутаттар имен-һау ҡотолған.
«Беҙ хатта ҡурҡып та өлгөрмәнек, барыһы ла шул тиклем тиҙ булды. Көслө тауыш һәм ярсыҡтар. Аллаға шөкөр, туранан-тура бәрелеү булманы. Бер кем дә етди йәрәхәтләнмәне», – тип һөйләне Юлиә Краснова телефон аша.
Был хәл кисә төндә Запорожье өлкәһендә Тоҡмаҡ ауылы эргәһендә булған. Депутаттар гуманитар миссия буйынса алғы һыҙыҡта була. Улар Ураҙғоловтың шәхси машинаһы менән һалдаттарға кәрәк-яраҡтар алып бара.
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.