«Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт аты фестивале быйыл уңышлы үтте, тип билдәләй республика етәксеһе Радий Хәбиров.
«Әлбиттә, һауа торошо ҡатмарлы булды. Хатта байрамды күсерергә уйлағайныҡ. Әммә икенсе көн булһа ла, күпме машина, күпме кеше. Был ҙур фестиваль. Тағы ла шуны әйтәм: беҙ уны күңел асыу сараһы тип кенә ойоштормайбыҙ. Был фәнни, этник һәм хатта сәйәси сара. Минеңсә, барыһы ла һәйбәт килеп сыҡты. Әммә иң мөһиме – йыл һайын башҡорт аты байрамын үткәрергә ҡарар иттек. Район етәкселегенә һәм ауыл хужалығы министрлығына мөһим бурыс ҡуйҙым, беҙ бында инвестициялар йәлеп итергә тейешбеҙ», – тине Радий Хәбиров, «Башинформ» агентлығы журналисының һорауына яуап биреп.
Автор: Азат Ғиззәтуллин
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.