

Башҡортостандан мобилизацияланғандар араһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар күбәйә, улар Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, СВО-ла контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәрҙең артыуы Рәсәй Президентының һалдаттарға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы менән бәйле.
– Хәҙер беҙҙең мобилизацияланған хәрбиҙәр араһынла контракт төҙөүселәр күбәйҙе. Мин хәҙер Донецк һәм Запорожье йүнәлештәренән килдем, подразделениелар һәм хәрби формированиелар командирҙары әйтеүенсә, килешеү төҙөгәндәрҙең проценты ҙур инде», — тине Алик Камалетдинов БСТ телеканалына биргән интервьюһында.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсылар бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме арттырылды. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан хәрбиҙәре дөйөм 1 млн 205 мең һум аҡса алырға мөмкин.
Барлыҡ һорауҙарҙы 122 йә (347) 218-19-19, (347) 248-29-31 (һайлап алыу пункты) телефон һандары буйынса бирергә мөмкин.
Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.