Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшлекле советы башҡарма директоры Сергей Канавский «Башҡорт аты» фестиваленең халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙағы әһәмиәтен юғары баһаланы.
– Был байрам ғына түгел, ә ғилми һәм мәҙәни алмашыуға йүнәлтелгән сара. Һәм, ысынлап та, хәҙер Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшмәкәрлеге сиктәрендә башҡарылған, беҙҙең илдәрҙең һәм хөкүмәттәрҙең башлыҡтары һөйләгәнсә, йолаларҙы үҫтереү, бер-береңде аңлау, ихтирам күрһәтеү һәм үҙ-ара ярҙам итеү. Ә был майҙансыҡта тәҡдим ителгәндәр киләсәктә дәүләттәребеҙ араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк», — тип һөйләне Сергей Канавский.
“Башҡорт аты” фестивалендә килгән ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы директоры Оксана Жаворонкова сәләмләне.
– Был фестиваль тәү сиратта беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе нисек яратыуыбыҙҙы, ә башҡорт халҡының йолаларын хөрмәт итеүен һәм һаҡлауын күрһәтә”, – тине Оксана Жаворонкова. – Йылҡы малы һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында тора. Ә “Башҡорт аты” исемен ҡулланыу хоҡуғына Роспатент сертификаты алыу һеҙҙең мәҙәниәтегеҙҙе, йәшәү рәүешегеҙҙе ҡәҙерләүегеҙҙе күрһәтә. Шуға күрә башҡорт аты артабан да мәҙәниәттә лә, спортта ла, һаулыҡ һаҡлауҙа ла хеҙмәт итһен. Бөгөн бында республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ярҙамы менән барған сара был байрамды ойоштороу өсөн халыҡтың, ошо йолаларҙың бер вәкиле булырға кәрәклеген аңлата. Һеҙ һәр өлкәлә - бейеүҙәрҙә лә, йыр-моңда ла, хатта биҙәүестәрҙә лә үҙ асылығыҙҙы һаҡлайһығыҙ һәм быны быуындан-быуынға тапшыраһығыҙ.
Автор:Азат Ғиззәтуллин
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.