Баймаҡ районында үткән «Башҡорт аты» фестивалендә бай эшлекле программа ҡаралған. Майҙансыҡтарҙың береһендә «Ирәндек» туристик кластерын булдырыу хаҡында һөйләштеләр.
Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, кластер Баймаҡ һәм Әбзелил райондарын берләштерергә тейеш. Уның төп маҡсаты – ат туризмын үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
— Бөгөн һәм кисә фестивалдә ҙур эш алып барылды. Кисә беҙ бында «Ирәндек» туристик кластерын нисек булдырыу хаҡында дүрт сәғәткә яҡын фекер алыштыҡ, – тип һөйләне “Башинформ” агентлығына Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөхрә Гордиенко. — Туризм менән шөғөлләнгәндәрҙән ҙур хуплау алдыҡ. Халыҡ теләктәрен, борсолоуҙарын белдерҙе, ниндәй ярҙам кәрәклеген әйтте. Бөгөн беҙ Талҡаҫ күлендә эшләйәсәкбеҙ. Бында байрам ғына түгел! Был ысынында ошо яҡҡа, ошо ергә, ошо ер проблемаларына, тотош Урал аръяғына ҙур иғтибар бүленгән ваҡиға.
Башҡортостандың туристик биләмәләрен үҫтереү буйынса проект офисы етәксеһе Заһир Ҡотлосурин проекттың концепцияһы хаҡында ентекле һөйләне.
«Иң мөһиме – унда аттар, матур Ирәндек һырты, шифалы ҡымыҙ бар. Былар ат туризмын үҫтереү өсөн яҡшы тәүшарттар. Башҡорт аты сыҙамлы, ул ҡышҡы һыуыҡтарҙа тибендә үҙенә аҙыҡ табып йөрөргә мөмкин. Биләмәлә бик күп заманса яҡшы туристик үҙәктәр барлыҡҡа килергә тейеш. Туристик маршруттарҙы үҫтереүгә туризм өлкәһендә хөкүмәт гранттарын алған эшҡыуарҙар бар ҙа инде», — тип билдәләне спикер.
Автор: Ләйлә Аралбаева.