

Баймаҡ районында матур Граф күле ярында «Башҡорт аты» III Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале асылды.
Фестивалдә Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән һыбайлылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәре ҡатнаша.
«Башҡорт аты» – республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ тарафынан хуплау тапҡан башланғыстарының береһе. Был сара республика өсөн бик әһәмиәтле: ул башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ продукцияһын пропагандалауға, тоҡомло йылҡысылыҡты, ат спортын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм, әлбиттә, Урал аръяғында йәшәүселәр араһында ҙур популярлыҡ яулаған.
Фестивалдең программаһы төрлө сараларға бай. Бөгөн фестивалдең тәүге көнөндә «Ҡара Ҡаплан» боронғо төрки алыш сәнғәте буйынса Гран-при, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында грэпплинг, билбау көрәше буйынса республика турниҙары, «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһе буйынса халыҡ-ара фестиваль, традицион яндан уҡ атыу буйынса «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика турниры һәм башҡа бик күп ярыштар ойошторола.
Автор: Ләйлә Аралбаева
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.