

Бөгөн Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, ил Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев һәм Радий Хәбиров баш ҡаланың тарихи үҙәгендә булды.
Хөрмәтле ҡунаҡтар Ленин исемендәге Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов һәйкәлен ҡарап сыҡты. Скульптура 2024 йылдың 7 февралендә сәйәсмәндең тыуыуына 90 йыл тулыу хөрмәтенә асылғайны. Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улының республикабыҙҙы формалаштырыуға һәм үҫтереүгә индергән ғәйәт ҙур өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Совет майҙанында Владимир Якушев һәм Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген хөрмәтләп, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Радий Хәбиров Владимир Якушевҡа 2022 йылдың 11 октябрендә асылған һәйкәлде булдырыу тарихы тураһында һөйләне. Скульптура композицияһы Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына, Тыуған иле өсөн ғүмерҙәрен биргән барлыҡ милләттәштәребеҙгә арналды. Һәйкәлдең авторы – Башҡортостандан сыҡҡан билдәле Рәсәй скульпторы, Рәсәй сәнғәт академияһы академигы Салауат Щербаков.
Автор: Азат Ғиззәтуллин
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-14/vladimir-yakushev-i-radiy-habirov-vozlozhili-tsvety-k-pamyatniku-generalu-shaymuratovu-3884950
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.