Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2024, 13:45

СВО-ла ҡатнашҡан Башҡортостан егете ике хәрби награда алды

Борай районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Цапля» позывнойлы яугир «Донбассты азат иткән өсөн» һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнде. Күптән түгел хәрби өйөнә ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан.

Борай егете 2022 йылдың көҙөнән СВО зонаһында хеҙмәт итә. Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев билдәләүенсә, башҡорт егетенә бирелгән наградалар уның алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы хаҡында һөйләй.

– Һәр яугирыбыҙ – ысын мәғәнәһендә батыр, ошондай ҡыйыу, аҫыл яҡташтарыбыҙ күп булыуы менән ғорурланабыҙ. Беҙ уларҙың иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуын көтәбеҙ, – тип яҙған Рушан Гәрәев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме арттыРәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклемге осорҙа килешеү төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендәге түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан һалдаттары бер юлы дөйөм алғанда 1 миллион 205 мең һум аласаҡ.

122 йәки (347) 218-19-19, һайлау пунктына (347) 248-29-31 һандары буйынса шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-14/zhitel-bashkirii-poluchil-dve-boevyh-nagrady-v-zone-svo-3884563

Читайте нас