
Әбйәлил районының Булат ауылында йәшәүсе Азат Ғүмәров гигант суртан тотҡан. Был хаҡта «Әбйәлил» район гәзите хәбәр итә.
Атауҙы күлендә тотолған балыҡтың оҙонлоғо — 1, 05 метр, ауырлығы — 8,5 килограмм.
«Уға 20 йәш тирәһе барҙыр, кәм түгел. 15 минут буйы икебеҙҙең арала көрәш барҙы, суртан хәлдән тайып ярға сыҡҡансы. Нисек бар, шулай туңдырғысҡа һалып торҙом. Ашайбыҙ. Ҡурып ашарға яратам», — ти балыҡсы.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостан урманында ашарға яраҡлы коралл бәшмәге табылыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Был — бик һирәк осрай торған бәшмәк, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Уны Бөрө дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығын һаҡлау буйынса инспектор Фәрит Сәмиғуллин тапҡан.
Автор: Галина Бахшиева
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.