«Башҡортостан» милли паркында спелеологтар командаһы урман хужаһы менән осраша яҙған. Улар йүнәлгән аҡланда өс минут алда айыу ағасҡа арҡаһын ышҡып китә. Айыу кешеләрҙең тауыштарын ишетә һәм ҡасыу яғын ҡарай. Өс минуттан аҡланға спелеологтар командаһы килеп етә. Улар ағасҡа беркетелгән фототоҙаҡты шәйләп ҡала.
«Һеҙ айыуҙы күрмәһәгеҙ, ул һеҙҙе күрмәй тигәнде аңлатмай. Урманда ни тиклем шаулап йөрөйһөгөҙ, шул тиклем айыу менән осрашыу ихтималлығы аҙыраҡ, — тип билдәләне социаль селтәрҙәрҙә милли парк вәкилдәре. – Фототоҙаҡта видеояҙманың датаһы һәм ваҡыты асыҡ күренә. Әгәр урман хужаһы бер-ике минутҡа оҙаҡлап ҡалһа, спелеологтар уның менән күҙгә-күҙ осрашҡан булыр ине».
«Башинформ» быға тиклем «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында фототоҙаҡҡа мышыны эҙәрлекләгән айыу эләгеүе хаҡында яҙғайны.
Автор: Ләйсән Закирова
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-14/v-natsparke-bashkiriya-speleologi-napugali-medvedya-3885009