

Уҙған төндә Шишмә районында йәшәүселәр Турахан кәшәнәһендә төньяҡ балҡышын тамаша ҡылған. Кешеләр һирәк осрай торған тәбиғәт күренешен фотоға төшөрөп алған. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында күптән түгел унда асылған визит-үҙәктең әһәмиәтен билдәләне.
— Ғөмүмән, мин теге йәки был тәбиғәт күренештәренең сәбәптәрен аңлатыуҙа һәр саҡ рациональ алымдарҙы ҡулланам, – тип яҙҙы Радий Хәбиров. – Әммә кисә Турахан кәшәнәһе өҫтөндә күҙәтелгән бындай балҡыш әле лә уның үҙенсәлекле булыуы, был урындың әһәмиәте, тәрән фәлсәфәүи һәм рухи мәғәнәһе тураһында уйланырға мәжбүр итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 июлдә Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды. 600 квадраттан ашыу майҙанлыҡ бина XIV—XV быуат ҡомартҡылары, шул иҫәптән Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләре янында булдырылған туристик кластерҙың тәүге объекты булды. Бынан алда «Башинформ» Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгендә ҡунаҡтар һаны буйынса рекорд ҡуйылыуы хаҡында яҙғайны.
Автор: Ләйлә Аралбаева
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.