Башҡортостандан Ҡариҙел районы егете Рәсәй Оборона министрлығының «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнде. Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин хәбәр итә.
«Федя» позывнойлы һалдат оло батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ менән хәрби йөкләмәләрҙе башҡара һәм ошоноң өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ булған.
– Район халҡы яҡташтары менән ғорурлана, уларға һәр эштә ярҙам итә, фронт һыҙығындағы һалдаттар ихтыяжы өсөн гуманитар кәрәк-яраҡтар йыя. Был миҫалдар йәш быуынға этәргес һәм юл күрһәтеүсе булып хеҙмәт итә, Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙең уны һәм һаҡлауҙың мөһимлеген күрһәтә», — тип билдәләне Айҙар Шәйҙуллин.