11:32 (UTC+5), 13 Августа 2024

Башҡортостанға Курск өлкәһенән балалар килде

Курск өлкәһе балалары Башҡортостанға ял итергә килде. Төбәк Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 августа Дүртөйлө районындағы шифаханаға һәм балалар һауыҡтырыу лагерына 34 бала һәм уларҙы оҙатыусы 8 өлкән кеше урынлаштырылған. Ҡунаҡтарҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар ҡаршы алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ЦУР-ҙа үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан зыян күргән Курск өлкәһе халҡын ҡабул итергә әҙер, тип белдерҙе.

«Курск өлкәһендә нимә барғанын күрәһегеҙ. Хәл ауыр. Беҙ Курск өлкәһе етәкселеге менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Мин балаларҙы ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙҙы белдерҙем. Был беҙҙең мөһим бурыс. Уларға бик ауыр. Зыян күргәндәргә ярҙам итергә кәрәк», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Автор: Әлфиә Әһлиуллина

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-13/v-bashkiriyu-na-otdyh-pribyli-deti-iz-kurskoy-oblasti-38835851

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика