Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2024, 14:14

Башҡорт танкистары Андрей Мигуновтың батырлығы хаҡында һөйләне

Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры подполковник Андрей Мигунов үҙ ғүмерен аямайынса һалдаттарының һәм техникаһының хәүефһеҙлеген тәьмин итә. “Башҡорт батальоны” телеграм-каналында хәрби офицерҙың ҡаһарманлығын иҫкә алдылар.

Андрей Мигунов 2023 йылдың көҙөндә махсус операцияла һәләк булды. Задание ваҡытында танкистар дошман ҡаршылығына осрай. 27 ноябрҙәге алыш ваҡытында Андрей Мигунов ике Т-90М танкыһын менән тере көстәрҙе юҡ итә. Икенсе көндө, 28 ноябрҙә, дошман башҡорт яугирҙарының позицияларына һөжүм итә башлай. Батальон командиры Украина Ҡораллы Көстәренең ете һалдатын юҡ итә. Дошман дрондар менән ҙур һөжүм яһай. Снарядтарҙың береһе Андрей Мигунов эргәһендә шартлай.

“Сибай” позывнйолы танк экипажы командиры “Башинформ” агентлығына Андрей Мигуновтың батырлығы тураһында ентекләп һөйләне. “Скиф” (Андрей Мигуновтың позывнойы) ҡул аҫтындағыларҙы күп нәмәгә өйрәтә. Мигунов танкистар өсөн командир ғына түгел, ә атай кеүек булған.

“Ул бер ҡасан да штабта ултырманы, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа ашҡынды”, – ти башҡорт танкисы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән Андрей Мигуновҡа һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы (үлгәндән һуң) исеме бирелде.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-12/tankisty-bashkirii-rasskazali-o-podvige-svoego-kombata-andreya-migunova-3881653

Читайте нас