08:56 (UTC+5), 09 Августа 2024

Өфөлә йәшәүсе радиоэлектрон көрәш саралары эшләй

Өфөлә йәшәүсе Владимир Әминов махсус хәрби операция яугирҙары өсөн радиоэлектрон көрәш саралары (РЭБ) һәм тактик медицина изделиелары етештереү, шулай уҡ бронежилеттарҙы йүнәтеү менән шөғөлләнә.

Халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Владимир Әминов 2014 йылдан алып Донбассҡа әүҙем ярҙам итә. Тәүҙә Өфө уҙаманы Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары һалдаттарына ярҙам итә, улар уға “Монах” тигән позывной бирә. 2022 йылдан ул СВО һалдаттарына ярҙам итә.

Фронт һыҙығындағы дуҫтары Әминовтан радиоэлектрон көрәш саралары эшләүҙе һорай. Бала сағында радиоэлемтә менән ҡыҙыҡһынған уҙаман барыһын да өйрәнергә тотона. Үҙе ҡорамалдар уйлап таба башлай.

– Юғары сифатлы моделдәр артабан бәләкәй сериялар менән етештерелергә мөмкин. Бәләкәй, сөнки хәҙерге электрон һуғыш ҡорамалдары технологиялары тиҙ үҙгәрә, улар етеҙ эшләүҙе талап итә”, – ти ОНФ-та.

Владимир шулай уҡ бронежилеттарҙы яҡшырта, уларҙы уңайлыраҡ, нығыраҡ итеп эшләй. “Монах” алғы һыҙыҡтағы һалдаттың үҙ тупланмаһы булырға тейеш, уның менән бронежилетты яңынан эшләп булһын, тип иҫәпләй.

Шуны өҫтәргә кәрәк, быға тиклем Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы башҡарма комитеты балыҡ тотоу селтәрҙәрен йыйыу тураһында иғлан иткәйне. Законһыҙ балыҡ тотоу ҡоралдары СВО ихтыяждарына ебәреләсәк, сөнки улар дрондарҙан һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы булып тора һәм алғы һыҙыҡта бик кәрәкле.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-09/zhitel-ufy-zanimaetsya-razrabotkoy-sredstv-reb-i-uluchsheniem-bronezhiletov-3879352

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика