Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре 500-әр мең һум күләмендә Башҡортостан Башлығы гранты аласаҡ. Тейешле указға 7 августа төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
«Коммерцияға ҡарамаған Баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн йәмәғәт инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға 500-шәр мең һумлыҡ 10 грант, 2025 йылдың 1 ғинуарынан - 20 грант булдырырға», - тиелә указда, ул үҙ көсөнә инде.
Быға тиклем йыйылыштарҙа ҡарарҙар ҡабул итеү процесы ябайлаштырылды.
Автор: Дарья Субботина