Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2024, 15:19

Иглин районында яңы ФАП асылды

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Был ауылда яңы ФАП «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел медицина ярҙамын яңыртыу программаһы ярҙамында төҙөлдө.

Түбәнге Ләмәҙ ФАП-ы Иглин үҙәк район дауаханаһынан 65 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул Түбәнге Ләмәҙҙән тыш, Манатау ауылы халҡын да хеҙмәтләндерәсәк. Дөйөм алғанда, биләмәлә 460-тан ашыу кеше иҫәпләнә, шуларҙың 100-ҙән ашыуы – балалар. ФАП бөтә заманса стандарттарға һәм санитария талаптарына яуап бирә, ул пациенттарға беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған.

«Мин яңы ФАП-та эшләй башлауыма шатмын. Пациенттарға бында килеү бик оҡшар, тип ышанам. Бик матур һәм уңайлы», – ти Түбәнге Ләмәҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Венера Исмәғилева.

2020 йылда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ауыл медицинаһының оҙаҡ йылдар иғтибарһыҙ булыуын билдәләне, тип белдерәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Ул ваҡытта республиканың беренсел медицина ярҙамы үҙәктәренең 60 проценты ремонт талап итә ине. Радий Хәбиров бөтә иҫкергән һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ ФАП-тарҙы алмаштырыу бурысын ҡуйҙы. Һуңғы дүрт йылда уның башланғысы менән 300-ҙән ашыу модулле ҡоролма төҙөлдө. Улар араһында фельдшер-акушерлыҡ пункттары, медицина амбулаториялары, дөйөм практика табиптары кабинеттары бар. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда тағы ла 38 ФАП, 10 медицина амбулаторияһы, өс дөйөм практика табиптары кабинеты һәм бер дауахана асыла.

– Дүрт йыл элек беҙ ауыл ерендә беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүгә иғтибарҙы йүнәлтә башланыҡ. Ул саҡта күп кенә ФАП-тарға ҡорамалдар етмәй ине, интернет та юҡ ине. Быларҙың барыһы менән дә яйлап шөғөлләнә башланыҡ. Хәҙер республикала йыл һайын яңы ФАП-тар асыла, эшләп килгәндәре яңыртыла. Шул уҡ ваҡытта кадрҙар йәлеп итеү буйынса мәсьәлә лә хәл ителә, – тине Радий Хәбиров.

Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ете һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөү, туғыҙ объектты капиталь ремонтлау, 130-ҙан ашыу йыһазландырылған модулле конструкция һатып алыу һәм ҡороу, дүрт меңдән ашыу берәмек ҡорамал һәм 206 берәмек транспорт һатып алыу күҙаллана.

Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты тормошҡа уңышлы ашырыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығының киләһе мәҡәләһендә уҡығыҙ.

Автор: Вероника Никитина

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2024-08-08/v-iglinskom-rayone-bashkirii-otkrylsya-novyy-fap-3877273

Читайте нас