06:34 (UTC+5), 08 Август 2024

Башҡортостанда ветеран Ғүмәр Мусин бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Кисә, 7 августа, Федоровка районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғүмәр Ғәле улы Мусин бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.

— Бөйөк Еңеү яҡташыбыҙ ҡулы менән яуланды. Ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо һәр беребеҙҙә», – тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Федоровка районы башлығы Венер Насретдинов.

Ғүмәр Ғәле улы фронтҡа 1942 йылда алына, уға 18 йәш кенә була. 1943 йылдың 5 авгусында немец пулеметсыһын юҡ итергә юлланғанда ҡаты яралана. 1944 йылда йәш һалдатты тыуған яғына ҡайтаралар.

Ғүмәр Ғәле улы 18-се уҡсылар полкында сержант һәм бүлексә командиры булып хеҙмәт итә. 1-се Украина фронтында һуғыша. Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша.

Һуғыштан һуң Ғүмәр Ғәле улы тыуған яғына ҡайтып һаулығын нығыта, ғаилә төҙөй, балалар үҫтерә.

Оҙаҡ йылдар тракторсы-машинист, артабан үҙәк ремонт цехында келәт мөдире булып эшләй.

— Ғүмәр Ғәле улы ғүмер буйы тырышып эшләне, яҙмыштың бөтә һынауҙарын лайыҡлы үткәрҙе. Ул әле лә аралашыусан, күңеле тормошҡа һөйөү менән тулы», — тип билдәләне район башлығы. — Мин ысын күңелдән һоҡланам һәм ғорурланам! Бар йөрәктән Ғүмәр Ғәле улына ныҡлы һаулыҡ, күтәренке рух, йәшәү көсө теләйем!

Автор: Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-07/zhitel-bashkirii-veteran-gumar-musin-otmetil-svoy-vekovoy-yubiley-3876952

1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика