Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2024, 16:18

Башҡортостандан һалдат махсус хәрби операциянан яңы тыуған улын күрергә ҡайтҡан

Учалы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Хулиган" позывнойлы һалдаттың улы тыуған. Хәрби был ваҡытта үҙе госпиталдә дауаланған. Бәхетле атай госпиталдән сыҡҡас, шунда уҡ бала табыу йортона юлланған, бәпесен ҡулына алған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме арттыРәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклемге осорҙа килешеү төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендәге түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан һалдаттары бер юлы дөйөм алғанда 1 миллион 205 мең һум аласаҡ.

122 йәки (347) 218-19-19, һайлау пунктына (347) 248-29-31 һандары буйынса шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

Читайте нас