

Башҡортостан юлсылары Красный Луч ҡалаһында (ЛХР) Шевченко урамын ремонтлауҙы тамамланы. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юлсылар Малидовский урамынан Литвяк урамына тиклем һәм Карл Маркстан Степан Разинға тиклем оҙонлоғо яҡынса бер саҡрым булған участкала яңыртыу эштәре башҡарған.
Подрядсы ойошма юл ҡатламын тигеҙләгән һәм асфальт-бетон ҡатламы һалған.
«Шевченко урамында Красный Луч автовокзалы урынлашҡан. Был юлды ремонтлау шәхси һәм йәмәғәт транспортында йөрөгән халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк», – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Быйыл Башҡортостан юлсылары Луганск халыҡ республикаһында 23,4 саҡрым оҙонлоҡтағы юлды ремонтларға планлаштыра. Подрядсы ойошма Красный Лучтағы Магистраль, Дзержинский, Пахоли, Павловская һәм Шевченко урамдарындағы эштәрҙе тамамлаған (дөйөм оҙонлоғо - яҡынса 6,3 саҡрым).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән подрядсы ойошма Луганск халыҡ республикаһы юлдарын ремонтлау өсөн көнөнә 300 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереү ҡеүәтенә эйә булған асфальт-бетон заводын күсерҙе. Ике йылда республика юлсылары 66 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлаған. Красный Луч ҡалаһының Вахрушев, Петровский һәм Хрустальный урамдарындағы асфальт-бетон япмаһын яңыртҡан.
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.