07:37 (UTC+5), 02 Августа 2024

«Йыл ғаиләһе» федераль конкурсында башҡорт ғаиләһе еңеү яуланы

Благовар районынан Яҡуповтар ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» федераль конкурсында «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында еңеүгә лайыҡ булды.

Конкурстың быйыл федераль этабына йәмғеһе 388 ғариза ҡабул ителгән. 88 ғаилә финалға сыҡты.

Яҡуповтарҙың ғаилә тарихы 2010 йылдың 18 февралендә башлана. Был көндө Альберт Гөлнара менән һеңлеһенең туйында осраша һәм тәү ҡараштан ғашиҡ була. Тиҙҙән был тойғоһо үҙ-ара оло мөхәббәткә әүерелә. Йәш пар никах уҡытып, мөхәббәтен законлаштыра. Бер йылдан йәш парҙың Әмил исемле улдары тыуа. Ике йылдан Яҡуповтарҙың икенсе улдары Эмиль донъяға килә. Ғаилә йорт һала, яңы өйҙә Альберт менән Гөлнараның өсөнсө малайҙары Аллен донъяға ауаз һала. Ижади ҡарашлы атай дүртенсе улына композитор Таривердиев исемен бирергә ҡарар итә. Яҡуповтар ғаиләһендә Микаэль тыуа. Тыуған көнөн ул ата-әсәһенең осрашҡан көндә билдәләй.

«Йыл ғаиләһе» конкурсы 9-сы тапҡыр уҙғарыла. Республикабыҙ ғаиләләре йыл һайын әүҙем ҡатнаша һәм даими еңеү яулай: 2016 йылда «Күп балалы ғаилә» номинацияһында – Өфөнән Семеновтар ғаиләһе, 2018 йылда «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында – Ейәнсура районынан Ҡунаҡбаевтар, 2018 йылда «Ғаилә – традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында – Учалы районынан Исхаҡовтар, 2019 йылда «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында – Тәтешле районынан Арманшиндар, 2020 йылда «Алтын ғаилә» номинацияһында – Нуриман районынан Шәйхлисламовтар, «Йәш ғаилә» номинацияһында – Салауат районынан Хәйрисламовтар, 2022 йылда «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында – Тәтешле районынан Муллахмәтовтар, 2023 йылда «Ғаилә – йолаларҙы һаҡлаусы» номинацияһында – Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар.

Конкурс 2016 йылдан уҙғарыла. Уның ойоштороусылары – РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды, Рәсәй субъекттарының юғары башҡарма власть органдары.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә Владимир Путиндың башланғысы менән 2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде.

Автор: Ләйсән Закирова

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-02/semya-iz-bashkirii-stala-pobeditelem-federalnogo-konkursa-semya-goda-3871185

1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика