

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары менән осрашты. Был хаҡта ул үҙенең телеграм-каналында һөйләне.
«Был тыйнаҡ ҡатындар – ирҙәренә ысын терәк-таяныс, көс һәм өмөт биргән тыл. Эш хаҡында, Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләрен ниндәй мәсьәләләр борсой, нисек ярҙам итә алыуыбыҙ хаҡында һөйләштек», – тип хәбәр итә Максим Забелин.
Максим Забелин әйтеүенсә, хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары уларға кәрәкле ярҙам сараларын ваҡытында алыуын белдергән.
– Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан артабан да ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, – тип өҫтәне Максим Забелин.
Быға тиклем Максим Забелин Республика балалар клиник дауаханаһы шәфҡәт туташы Динара Ҡотлоева менән осрашып, уға картина бүләк итте. Уның ире 2023 йылдың декабрендә махсус хәрби операцияла һәләк булған, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.