07:17 (UTC+5), 01 Августа 2024

Ишембай IT-белгестәре махсус хәрби операцияға дрондар әҙерләгән

Ишембай ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары етештерә башлаған. Дрондар һынауҙарҙы уңышлы үткән һәм тиҙҙән фронтҡа оҙатыласаҡ. Был хаҡта Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов хәбәр итә.

Дрондарҙы IT-технологиялар менән янып йәшәгән ишембайҙар Рәмил Йәнишев һәм Альберт Яманаев йыя. Улар бер нисә ҡорамал әҙерләгән дә инде. Дрондарҙың тәүге партияһын етештереүҙә Түбәнге Әрмет ауылы халҡы ярҙам иткән, улар кәрәкле деталдәр, материалдарҙы килтергән, шулай уҡ аҡса йыйып тапшырған.

Яҡын арала дрондар хәрби частарҙың береһенә тапшырыласаҡ. Улар алғы һыҙыҡта өҫтәмә һынау үтәсәк. Һалдаттарҙың баһаларын иҫәпкә алып, хаталарҙы төҙәтеү буйынса эш алып барыласаҡ.

«Ни өсөн беҙгә төрлө типтағы дрондар һәм 3D-баҫма эшләргә кәрәк? Сөнки был хәҙерге хәрби бәрелештәрҙең аяуһыҙ талабы. Пилотһыҙ хәрби техника көндәлек тормошҡа үтеп инде. Ә Төньяҡ хәрби округында беҙҙең һалдаттар ошондай уҡ приборҙар төҙөүгә өлгәшә, землянкаларҙа 3D-баҫма оҫтаханалары аса икән, тыныс шарттарҙа шул уҡ эште башҡармау өсөн ниндәй һылтау таба алабыҙ», – тип билдәләне ирекмәндәр.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-01/it-spetsialisty-iz-bashkirii-izgotovili-pervuyu-partiyu-dronov-dlya-uchastnikov-svo-3869643

1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика