06:16 (UTC+5), 01 Августа 2024

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғаян Сәлихов арабыҙҙан китте

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғаян Сәлихов арабыҙҙан китте. Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов күңелһеҙ яңылыҡ еткерҙе.

«Бөгөн Ленин районында йәшәгән берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны арабыҙҙан китте. 15 апрелдә уға 97 йәш тулды.

Ысын мәғәнәһендә легендар кеше баҡыйлыҡҡа күсте. Ул ауыр яҙмышҡа дусар була. 1942 йылда ете класты тамамлағас, Ғаян Әхиәр улы фронтҡа саҡырыла. 1945 йылдан алып Алыҫ Көнсығыш фронтының Приморье хәрби округында хеҙмәт итеүен дауам итә. Ҡытай һәм Маньчжурия араһындағы алыштарҙа ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ғаян Әхиәр улы май яһау оҫтаһы һөнәрен ала. Артабан Мәскәү нефть һәм һөт сәнәғәте институтында уҡый. Өфөлә бригадир, аҙаҡ май комбинатында производство мөдире булып эшләй. Тормош иптәше менән өс бала, алты ейән-ейәнсәр, ун бүлә-бүләсәр тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғаян Сәлихов — икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры».

«Башинформ» ветерандың ғаиләһенең һәм дуҫтарының ихлас ҡайғыһын уртаҡлаша.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Өфөлә башҡорт телевидениеһы һәм киноһы ветераны Владимир Желябовтың арабыҙҙан китеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор: Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-01/v-ufe-ushyol-iz-zhizni-uchastnik-velikoy-otechestvennoy-voyny-gayan-salihov-3869590

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика