15:41 (UTC+5), 31 Июля 2024

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығын һайларға мөмкин буласаҡ

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Азат Ғәлимханов «Сәләм» программаһында 6 сентябрҙән 8 сентябргә тиклем үтәсәк республика Башлығын һайлау кампанияһы хаҡында һөйләне. Мәскәүҙә өҫтәмә һайлау участкаһы асыу планлаштырыла.

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүселәр РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге базаһында тауыш бирә аласаҡ. Шулай уҡ теркәлеү урынында булмаған кешеләр «мобиль һайлаусы» механизмына инә аласаҡ.

Кандидаттар исемлегендә: Радий Хәбиров (Берҙәм Рәсәйҙән), Иван Сухарев (ЛДПР), Владимир Нагорный (Ғәҙел Рәсәй), Артур Шәйнуров (КПРФ) һәм Илшат Тимерйәнов (Яңы кешеләр).

Спикер билдәләүенсә, берҙәм тауыш биреү көнөндә Өфөнөң 54-се бер мандатлы округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат һайлау, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына 200-ҙән ашыу һайлау кампанияһы үтәсәк. 

– 2 сентябргә тиклем – территориаль һайлау пункттарында йә күп функциялы үҙәктәрҙә, 28 августан 2 сентябргә тиклем – участка һайлау пункттарында һәм Мәскәү ваҡыты буйынса 3 сентябргә төн уртаһына тиклем «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы ярҙамында уңайлы һайлау пунктын һайлай алаһығыҙ. Урындағы үҙидара органдарына – ауыл һәм ҡала Советтарына, муниципаль район һәм ҡала округтары Советтарына һайлауҙарҙа «мобиль һайлаусы» механизмы ҡулланылмай. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу элемтәһе: 8-800 347 54 54. Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайты: bashkortostan.izbirkom.ru», — тип аңлатма бирҙе Азат Ғәлимханов.

Автор: Иван Вавилов.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-07-31/na-vyborah-glavy-bashkirii-mozhno-budet-progolosovat-v-moskve-3867332

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика