17:26 (UTC+5), 30 Июля 2024

Башҡортостандан СВО ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре Карелияға ял итергә юлланды

Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре Карелияға ял итергә юлланды. Был Рәсәй Оборона министрлығы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды һәм Рәсәй тимер юлдары тарафынан ойошторолған «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» илһөйәрлек проекты ярҙамында мөмкин булған.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Карелияға дүрт көнгә 20 кеше юлланды. Маршрут Петрозаводск, Сортавала, Рускеала, Выборг ҡалалары аша үтә. Экскурсия программаһында тәбиғәт ҡомартҡыларын ҡарау, мәҙәни программа, экскурсиялар ҡаралған. Юлда яҡташтарыбыҙҙы күңел асыу программаһы көтә.

«Сәйәхәт кешене байыта. Проектта ҡатнашыусылар араһында геройҙарыбыҙҙың әсәләре һәм тол ҡатындары бар. Улар тәбиғәттең төрлөлөгөн, архитектура ҡомартҡыларын, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен күрәсәк. Яңы тәьҫораттар үҙенсәлекле психологик ярҙам булып хеҙмәт итәсәк», – ти «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Петрозаводскиҙа СВО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре Кивач ҡурсаулығында буласаҡ, Кантеле йортонда концерт ҡараясаҡ, «Карелия» милли паркында экскурсияларға йөрөйәсәк. Шулай уҡ улар Рускеала тау паркындағы Мәрмәр каньонына сәйәхәт итәсәк. Экскурсия Выборгта Һарай утрауын ҡарау менән тамамлана. Артабан сәйәхәтселәр Мәскәүгә ҡайтасаҡ.

Шуны билдәләргә кәрәк, 2022 – 2023 йылдарҙа «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» проектына ярашлы 23 махсус туристик поезд рейсы башҡарылған. 2022 йылда проектта – 1500, 2023 йылда – 4150, 2024 йылда 5650 кеше ҡатнашҡан.

Проекттың төп маҡсаты – яраланған һәм реабилитация үткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, һәләк булған махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-07-30/veterany-svo-iz-bashkirii-otpravyatsya-so-svoimi-semyami-otdyhat-v-kareliyu-3867622

1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика