13:09 (UTC+5), 29 Июля 2024

Красный Луч хакимиәте Өфөнөң 112-се Башҡорт атлылары музейына үҙенсәлекле экспонат тапшырҙы

Красный Луч хакимиәте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа «Максим» пулеметы өсөн пулемет лентаһы йәшниген тапшырҙы. Радий Фәрит улы Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә әйтеүенсә, пулемет лентаһы өсөн йәшник Башҡорт атлы дивизияһы алыштары урынында табылған.

– Был, ысынлап та, Башҡортостан дивизияһы тарихы менән бәйле, – тине Башҡортостан Башлығы. – Был экспонатты мәңгелеккә һаҡлау өсөн музейыбыҙға тапшырмаҡсымын.

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, экспонат Хәрби Дан музейы филиалында, Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында лайыҡлы урын аласаҡ.

«Ул саҡта беҙҙең егеттәр нацизм менән көрәшеп, еңеүгә өлгәште, хәҙер ҙә шулай буласаҡ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар кәңәшмәлә.

Быға тиклем Башҡорт дәүләт медицина университетында тәүге тапҡыр 1943 йылда Донбасста һәләк булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың ерләнгән урынын асыҡлаған документтар табылғайны, тип хәбәр итте «Башинформ».

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Владимир Путин указы менән һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Геройы Миниғәле Шайморатовтың «Алтын йондоҙо»н тантаналы рәүештә Өфө урамдары буйлап илттеләр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-29/meriya-krasnogo-lucha-podarila-radiyu-habirovu-eksponat-dlya-muzeya-bashkavdivizii-3865364

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика