15:57 (UTC+5), 29 Июля 2024

Башҡортостанда көслө ямғырҙарға бәйле хәл контролдә ҡала

Башҡортостанда һуңғы көндәр көслө ямғырҙар арҡаһында ярайһы уҡ көсөргәнешле булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә райондарҙа һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле бер нисә күрһәтмә бирҙе.

«Ташҡындан һуң барыһын да тиҙ һәм һөҙөмтәле тергеҙегеҙ. Бында шәхси зыян, юлдар, күперҙәр хаҡында һүҙ бара. Әйҙәгеҙ, бергәләп һанайыҡ. Шунда уҡ мөмкин тиклем тиҙерәк эшләй башлағыҙ. Был мәсьәләне һуҙмағыҙ. Бында хөкүмәт үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтергә тейеш», – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов әйтеүенсә, 15 июлдән 28 июлгә тиклем төбәктә хәүефле һәм насар һауа шарттарына бәйле, «112» системаһына Әбйәлил, Баймаҡ , Белорет, Бөрйән, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Меләүез, Салауат, Туймазы һәм Учалы райондарынан, шулай уҡ Октябрьский һәм Сибай ҡалаларынан 158 хәбәр килгән.

– Дөйөм алғанда, 19 шәхси йортто, 240 йорт яны участкаһын, бер баҡса участкаһын, ун юл участкаһын, аҙ һыулы һигеҙ күперҙе һыу баҫҡан, шулай уҡ ике быуа ярҙарынан сыҡҡан. Иң ҡатмарлы хәл Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондарында күҙәтелде. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә район хакимиәттәре менән онлайн рәүештә даими аралашыу ойошторолдо, — тип хәбәр итте ведомство етәксеһе. — Ҡотҡарыу хеҙмәттәре муниципаль хакимиәттәр менән берлектә 96 кешене, шул иҫәптән 29 баланы эвакуациялаған, барыһы ла туғандары янына урынлаштырылған. Һәләк булыусылар юҡ. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 73 кеше, 32 берәмек техника, һигеҙ һыу судноһы йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы базаһында оператив штаб булдырылған, унда тәүлек әйләнәһенә эш ойошторолған.

https://www.bashinform.ru/news/detalno/2024-07-29/situatsiya-s-dozhdevym-pavodkom-v-bashkirii-nahoditsya-na-kontrole-3865455

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика