05:04 (UTC+5), 29 Июля 2024

Башҡортостанда 104 йәшлек ветеран вафат булған

Кисә Нефтекамала 104 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәҙулла Вәлиуллин яҡты донъянан китте. Күңелһеҙ хәбәрҙе ҡала мэры Эльдар Вәлидов еткерҙе.

Йөҙйәшәр-ветеран 1939 йылда әрмегә алына. Ә һуңынан уны фронтҡа алалар. Яугир Румыниялағы хеҙмәтен әсенеү менән хәтергә ала ине, ә Мәскәү янындағы алышта ул ҡаты яралана. Ауыр йәрәхәткә ҡарамаҫтан, яу яланына әйләнеп ҡайта һәм Прагаға тиклем барып етә. Мөхәмәҙулла Ғәфиәтулла улы фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Фронтовик һуғыштан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы «Коммунар» колхозында тир түгә. Ҡатыны менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

«Уға ҡунаҡҡа килергә һәм һөйләшеп ултырырға ярата торғайным, һәр осрашыу мәңгелеккә хәтерҙә ҡаласаҡ. Ысын мәғәнәһендә бөйөк кеше менән таныш булыуыма шатмын. Ауыр юғалтыу. Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Нефтекама ҡайғыра», — тип яҙған Эльдар Вәлидов социаль селтәрҙә.

Бынан алда «Башинформ» Иглин районында 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтзәки Саҡаев вафат булыуы хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-29/v-bashkirii-ushel-iz-zhizni-104-letniy-veteran-velikoy-otechestvennoy-voyny-3864781

Автор: Ләйсән Закирова

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика