Башҡортостан сиркәүҙәрендә һәм мәсеттәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙы ҡеүәтләп ғибәҙәт ҡылыуҙар ойоштороласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә бының өсөн махсус көндәр билдәләргә тәҡдим итте. Радий Фәрит улының һүҙҙәренсә, был – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының үтенесе.
«Минеңсә, был мөһим. Хәҙер беҙҙең рухи тормошобоҙҙоң мөһим өлөшө – яугирҙарыбыҙҙың сәләмәтлеге өсөн, һәләк булған егеттәрҙең иҫтәлегенә доғалар ҡылыу», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе төбәктең рухи лидерҙары менән кәңәшләшергә ҡушты һәм быға тиклем был барыһы ла килешелгән булыуы хаҡында белдерҙе. Был тәҡдим традицион конфессияларҙың дини лидерҙары араһында яҡлау тапты.
Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Сафа Тажетдин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысын тулыһынса хупланы.
– Илебеҙ өсөн был етди һынау, бөгөн бөтә мәсеттәрҙә һәм ғибәҙәтханаларҙа илебеҙҙең суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон ҡыйыу һаҡлаған, ҡара көстәргә ҡаршы торған яугирҙар хөрмәтенә доғалар уҡыла. Беҙ, республика мосолмандары, Башҡортостан Башлығының яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың яҡындарына рухи ярҙамды көсәйтеү тураһындағы мөрәжәғәтен тулыһынса хуплайбыҙ. Ватаныбыҙ элек-электән илбаҫарҙарға ҡаршы тороуҙа берҙәмлек һәм теләктәшлек йәһәтенән айырылып торҙо, бөгөн Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан ата-бабаларыбыҙҙың данлы йолаларын оноторға ярамай. Ҡыйыу яугирҙарыбыҙҙың еңеүе өсөн доға ҡылайыҡ, уларҙың ғаиләләренә, дуҫтарына айырыуса иғтибар бүләйек. Аллаһы Тәғәлә изгелек көстәренә бөтә донъяға таралырға маташҡан яуызлыҡты еңеп сығырға ярҙам итһен, – тине Тәлғәт Сафа Тажетдин.
– Беҙ республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың махсус хәрби операция яугирҙарының туғандарына һәм дуҫтарына ярҙам, тәү сиратта рухи йәһәттән ярҙам күрһәтеү тәҡдимен ихлас хуплайбыҙ. Көн һайын Башҡортостандың һәр ғибәҙәтханаһында һәм монастырында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн доға ҡылыу, махсус иҫкә алыу саралары үткәрелә. Һәр илаһи литургияла һәләк булған һалдаттарҙың тыныслығы өсөн доға ҡылабыҙ. Беҙҙең метрополия епархияларының бөтә мәхәлләләрендә, бигерәк тә соборҙарҙа һалдаттар һаулығы өсөн доғалар ҡылыу һәм хәтер тантаналары үткәреү өсөн айырым көндәр билдәләнгән. Ниндәй диндә булыуына ҡарамаҫтан, ғибәҙәтханаға һәр кем килә ала: суҡындырылған һәм суҡындырылмаған, беҙ һәр кем өсөн һаулыҡ һорап доға ҡылабыҙ. Һеҙгә доға бағышларға кәрәкле кешеләрҙең исемдәрен яҙырға кәрәк. Һеҙ теләһә ниндәй рухи ярҙам алыу өсөн теләгән һәр ғибәҙәтханаға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ яугирҙарҙың туғандары белһен һәм килеп ғибәҙәт ҡылһын өсөн һәр ғибәҙәтханала бер көн билдәләргә булдыҡ. Республиканың төп сиркәүендә – Богородица Раштыуаһы кафедраль соборында һәр дүшәмбе 10.30 сәғәттә айырым ғибәҙәт ҡылыу үткәрелә. Иртәле-кисле үҙебеҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ, беҙгә ҡушылырға мөмкин. Бигерәк тә әсәләр килһен, сиркәүҙә әсәнең доғаһы балаларҙы диңгеҙ төбөнән күтәреү көсөнә эйә, тип иҫәпләнә», — тип билдәләне митрополит Никон.
– Махсус хәрби операция башланғандан алып имамдарыбыҙ яугирҙарыбыҙҙың именлеге, Ватаныбыҙҙың еңеүе өсөн доға ҡыла. Күмәк намаҙ Аллаһы Тәғәлә тарафынан яҡшыраҡ ҡабул ителә, шуға ла мәсеттәребеҙҙә һәр йома хөтбәһенән һуң яугирҙарыбыҙҙың, тыуған илебеҙҙең еңеүе өсөн доғалар уҡыласаҡ. Аллаһ беҙҙе ишетһен, ныҡышмалылыҡ һәм еңеү насип итһен», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.
Бынан алда «Башинформ» республика яугирҙарының рухи остаздары, отец Виктор һәм Хәмзә хәҙрәттең яугир доғаһының көсө, Башҡортостан хәрбиҙәренең рухи торошо хаҡында хәбәр иткәйне. Улар республиканың үҙ яугирҙарына ныҡлы терәк булыуын билдәләне.