12:08 (UTC+5), 29 Июля 2024

«Һаранламағыҙ»: Башҡортостан Башлығы Ейәнсура районында ихатаны яңыртырға ҡушты

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Ейәнсура районы үҙәгендәге ихатаны «Башҡорт ихаталары» программаһына индерергә ҡушты.

«Унда бер генә ихатаны эшләргә ҡалды. Һаранламағыҙ, күпме һорайҙар, шунса бирегеҙ. Был ихатаны 2025 йылға ҡуйығыҙ. Район башлығы быйыл да халыҡ менән мәсьәләне тикшереп, барыһын да килеште. Яҡшы ихата эшләгеҙ», – тине төбәк етәксеһе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем «Башинформ» һуңғы биш йылда республикала «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 1,3 меңдән ашыу ихата йәшелләндерелеүе хаҡында яҙғайны. 2024 йылда 143 биләмәне яңыртыу күҙаллана.

Республикала «Башҡорт ихаталары» программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда эшләй башланы. 2023 йылда уны финанслау 1,2 миллиард һумға тиклем артты.

Өфөләге йәмәғәт киңлектәренең нисек үҙгәреүе хаҡында «Башинформ» агентлығының мәҡәләһендә уҡығыҙ.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика