Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль , 16:11

Радий Хәбиров почта хеҙмәткәрҙәренә һөнәри байрамдары уңайынан дәүләт наградалары тапшырҙы

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл 30-сы тапҡыр билдәләнгән Рәсәй почтаһы көнө уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты.

Байрам Рәсәй президентының 1994 йылдың 16 майындағы «Рәсәй почтаһы көнө тураһында» указы менән булдырылған һәм илдең даими эске почта элемтәһе ойошторолоуҙың 300 йыллығына арналған.

«Почта бүлексәләре һаны буйынса (ә улар беҙҙә 1280) Башҡортостан илдә иң ҙур төбәк булып тора. Республикала шулай уҡ ете курьер участкаһы, магистраль сорттарға айырыу үҙәге, автотранспорт предприятиеһы иҫәпләнә. Ә почта тармағында бөтәһе 7 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй.

Һеҙҙе Рәсәй почтаһы көнө, юбилейы, 30 йыллығы менән ҡотлайым һәм изге теләктәремде еткерәм. Мин бала сағымда каникулдарҙы һәр ваҡыт Ишембай районының Ишәй ауылында йәшәгән өләсәйемдә үткәрә инем. Унда бәләкәй генә почта бүлексәһе бар ине, инәйем шунда эшләне. Беҙ, малайҙар, унда барырға ярата инек. Шул күңелемдә уйылып ҡалған. Башҡортостан өсөн «Рәсәй почтаһы» оло әһәмиәткә эйә. Беҙҙә 1200-гә яҡын почта бүлексәһе бар, шуларҙың меңе – ауылда. Ауылда почта, почта бүлексәләренең булыуы – цивилизация билдәһе. Был мәҙәни тормош үҙәге тип әйтергә була. «Рәсәй почтаһы» етәкселегенә дөйөм тырышлыҡ менән уларҙы һаҡлап ҡалырға тырышыуыбыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙә 7 мең кеше эшләй. Ике йыл эсендә 55 почта бүлексәһен тәртипкә килтерҙек. Тағы бер тапҡыр һеҙҙе Почта көнө менән ҡотлайым, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ теләйем», - тине Башҡортостан Башлығы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Рәсәй Почтаһы»ның Башҡортостан буйынса федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов күп кенә почта хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамын эш урындарында ҡаршылауы хаҡында әйтте.  

«Почта хеҙмәткәрҙәре көн һайын үҙҙәренең профессиональ бурысын үтәп кенә ҡалмай, ә илебеҙгә махсус хәрби операция биләмәһендә хәҡиҡәтте һәм ғәҙеллекте яҡларға ярҙам итә. Ун өс хеҙмәткәребеҙ почта хеҙмәткәре формаһын ваҡытлыса хәрби формаға алмаштырҙы.

Бөгөн почта технологик үҙгәреш этабын кисерә. Почта бүлексәләре, был айырыуса ауылда нығыраҡ һиҙелә, төрлө сервистарҙы бергә туплау урыны ла булып тора. Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса республиканың 55 ауылы яңыртылды. Башҡортостан ауылдарында 150 мең кеше заманса почта, дәүләт һәм медицина хеҙмәттәре менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә булды. Быйыл Башҡортостандың 21 ауылында яңыртылған почта бүлексәләре асыла. Беҙ ауылда почта инфраструктураһын яңыртыуҙы Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү йүнәлештәренең береһе тип ҡарайбыҙ», - тип билдәләне Ленард Шафиҡов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-26/radiy-habirov-vruchil-gosnagrady-pochtovikam-v-ih-professionalnyy-prazdnik-3862899

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: