

Рәсәй хөкүмәте ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәргә түләүҙәр күләмен арттырҙы. Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәм теракттарҙа зыян күргән граждандарға финанс ярҙамы күләме 1,5 тапҡырға арттырыла. Артабан ул йыл һайын индексациялана. Ҡарар президент ҡушыуы буйынса ҡабул ителде.
Граждандарға бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам 10 меңдән 15 мең һумға тиклем арта.
Беренсел кәрәк-яраҡты өлөшләтә юғалтҡанда ярҙам 50 меңдән 75 мең һумға тиклем арттырыла.
Тулыһынса юғалтҡан осраҡта иһә 100 меңдән 150 мең һумға тиклем.
Ғәҙәттән тыш хәл йәки теракт һөҙөмтәһендә һаулығына зыян килгән кешеләргә, шулай уҡ һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған пособиелар индексациялана.
Һәләк булғандарҙың туғандарына түләүҙәр 1 миллиондан 1,5 миллион һумғаса арта.
Һаулыҡҡа уртаса йәки ауыр зыян килгән осраҡта түләүҙәр 400 меңдән 600 мең һумға тиклем арттырыла.
Сәләмәтлеккә еңелсә зыян килһә, сумма 200 меңдән 300 мең һумғаса еткерелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.