Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Гүзәл Уразова баш ҡалабыҙҙың юбилейына «Өфө йүкәләре» йырына клип сығарҙы. Элегерәк был йырҙы Фидан Ғафаров, Алһыу, Айҙар Ғәлимов башҡарыуында тыңларға мөмкин ине.
Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Гүзәл Уразова был йырҙы 31 августа, Өфөнөң юбилейында, ҡала майҙанында башҡара.
«Өфө йүкәләре» — күптәрҙең яратҡан йыры, Өфө гимны тип әйтһәк тә була. Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Рафил улы ошо матур йырҙы башҡарыуымды һорап мөрәжәғәт иткәс, шатланып риза булдым. Бик матур килеп сыҡты, шикелле. Һеҙгә лә оҡшар тип ышанам. Өфөнөң күркәм юбилейына бүләк. Бөгөндән барлыҡ музыкаль майҙансыҡтарҙа», — тип яҙа Гүзәл Уразова.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөнөң юбилейы айҡанлы Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙарының концерты һәм ваҡыт капсулаһын һалыу тантанаһы көтөлә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.