06:04 (UTC+5), 24 Июль 2024

Йәш яҡташыбыҙ Эр-Риядта химия буйынса олимпиадала ҡатнаша

Фото: Башҡортостандың «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге
Әлфиә Әһлиуллина

Әлеге көндәрҙә Сәғүд Ғәрәбстанында химия буйынса халыҡ-ара олимпиада бара. Эр-Рияд 90-дан ашыу илдән ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Рәсәй командаһында — дүрт уҡыусы, улар араһында Башҡортостан химигы — Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы уҡыусыһы, республика инженер лицей-интернатын тамамлаған Вадим Харисов та бар.

Илдең йыйылма командаһына шулай уҡ Мәскәү уҡыусылары  — Тимур Әхмәтов, Матвей Васияров, Алексей Шарпило инде. Ҡатнашыусыларҙы теоретик һәм практик тур көтә.

Рәсәй делегацияһы составына Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы остазы, химия уҡытыусыһы Айнур Мансур улы Ғүмәров та инде.

Дүрт йыл Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһында уҡыған Вадим Харисов химия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында өс тапҡыр еңеүсе булды, химия буйынса халыҡ-ара Менделеев һәм Бөтә донъя олимпиадаларында алтын миҙал яуланы. Быйыл яҙ һәләтле уҡыусы Ҡытайҙың Шэньчжэнь ҡалаһында үткән халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында еңде.

Ассоциацияның эшмәкәрлеге Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаның тәжрибәһенә нигеҙләнгән. Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы остазы Айнур Ғүмәров Рәсәй командаһы етәкселәренең береһе булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-24/vypusknik-iz-bashkirii-predstavlyaet-rossiyu-na-olimpiade-po-himii-v-er-riyad-3859324

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика