
2024 йылда Башҡортостанда «Ауыл табибы» программаһында 129 медик ҡатнаша. Тағы 33 белгес «Ауыл фельдшеры» республика программаһында ҡатнашырға тейеш, тип хәбәр иттеләр һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Ведомствола белдереүҙәренсә, ауыл ерен һайлаған табиптарға — 1 миллиондан 1,5 миллион һумғаса, фельдшерҙарға һәм шәфҡәт туташтарына 500-750 мең һум түләнә. Программаларҙа ҡатнашыу өсөн ғаризаны һәм документтарҙы белгес эшләгән медицина ойошмаһына тапшырырға мөмкин.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева Республика менән идара итеү үҙәгенән «Сәләм» программаһына тура бәйләнештә «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары хаҡында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларында ҡатнашырға теләгән белгестәр исемлеге киңәйтелде. Хәҙер уға табип-реабилитологтар, остеопаттар, эпидемиологтар, торакаль, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары, шулай уҡ табип амбулаторияһының процедура һәм участка шәфҡәт туташтары индерелде.
Ләкин маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү йөкләмәһен үтәмәгән табип программала ҡатнаша алмай. Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәренә хоҡуғын ғәмәлгә ашырған белгестәр Башҡортостанда «Ауыл табибы»на үтмәй.
Тулыраҡ мәғлүмәт — Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.