09:03 (UTC+5), 23 Июля 2024

Республика йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе махсус хәрби операцияға ебәреүҙәрен һорай

Фото: Яна Гайдук, Vk
Дарья Субботина

Башҡортостан йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе, әлеге ваҡытта өйҙә һаҡ аҫтында ултырған Яна Гайдук һайлап алыу пунктына махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреүҙе һорап ғариза биргән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ғәйепләнеүсенең адвокаты Илмир Халиҡов хәбәр итте. Закон ғәйепләү этабында быны эшләргә мөмкинлек бирә, билдәләне ул.

«Закон ҡатын-ҡыҙҙарға махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙы тыймай. Ул унда теләһә ниндәй вазифаны биләргә әҙер: ҡайҙа ебәрһәләр, шунда барыр», – тине юрист.

Илмир Халиҡов әйтеүенсә, дәүләт комитеты етәксеһе булып эшләгәндә Яна Гайдук махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылауҙар ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән. Шуның өсөн ул дәүләт башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Башинформ республика йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе Яна Гайдукты Йәштәр йортон — «Йәшлек хаус»ты ремонтлау эштәре барышында вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-23/eks-rukovoditel-goskommolodezhi-bashkirii-poprosilas-na-svo-3858561

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика