Туймазыла көслө ямғыр яуыуы сәбәпле, Туймазы йылғаһы ташҡан. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һыу кимәленең күтәрелеүе һөҙөмтәһендә ихаталар, гараждар һәм бер нисә йорт һыу эсендә ҡалған.
Ҡотҡарыусылар шунда уҡ ваҡиға урынына юлланған. Улар хәлгә мониторинг үткәрә, йорттар буйлап йөрөй.
«Календарҙа йәй булһа ла, беҙгә ташҡын менән көрәшергә тура килә. Әлеге ваҡытта халыҡты эвакуациялау талап ителмәй, — тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетынан. — Яуым-төшөм кәмегәс, Туймазы йылғаһы ярҙарына ҡайта башланы. Белгестәребеҙ әле лә һыу баҫҡан биләмәләрҙә йәшәүселәргә ярҙам күрһәтергә әҙер тора».
Ә бына Йәрмәкәй районының Түбәнге Ҡарамалы ауылында ҡойма ямғырҙан һуң һыу ташып, күпер емерелгән.