07:26 (UTC+5), 18 Июля 2024

Радий Хәбиров Күгәрсен районында тыуған зубр быҙауын күрһәтте

Иван Вавилов

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә Күгәрсен районындағы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш Ыҡ дәүләт заказнигы биләмәһендә уйнаҡлап йөрөгән зубр менән видеояҙма һалған.

«Ә был беҙҙең яңы тыуған зубр, ул Күгәрсен районындағы фототоҙаҡҡа эләккән. Уға Башҡортостан урмандарында оҡшай, ахырыһы. Белорус-башҡорт зубрҙары тағы ла үрсер тип өмөтләнәбеҙ))», — тип яҙа республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанға зубрҙарҙы тәүге тапҡыр былтыр май айында килтерҙеләр. Башҡортостанда зубрҙар үрсетеү тураһында килешеүгә 2023 йылдың ғинуарында республика делегацияһының дуҫтарса мөнәсәбәттәге илгә сәфәре барышында өлгәшелде.

Республикабыҙҙа тормошҡа ашырылған зубрҙар үрсетеү тәжрибәһен Рәсәйҙең башҡа субъекттары ла үҙләштерергә ниәтләй. Һүҙ Ханты-Манси автономиялы округы һәм Урал аръяғы төбәктәре хаҡында бара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-18/radiy-habirov-pokazal-zubrenka-iz-kugarchinskogo-rayona-3852886

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика