17:59 (UTC+5), 18 Июля 2024

Махсус хәрби операция яугире Әлфир Заманов — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте
Эдуард Ҡусҡарбәков

Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Әлфир Замановҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Артисҡа награданы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачёв тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме — артистың ижади ҡаҙаныштарын таныу билдәһе, тип билдәләне парламент спикеры.

«Әлфир Заманов — башҡорт сәхнәһенең сағыу йондоҙо, бик күп ижади конкурстар еңеүсеһе һәм призеры, башҡорт милли мәҙәниәтен популярлаштырыусы, — тине Константин Толкачев. — 2022 йылда яҡташыбыҙ мобилизация буйынса саҡырылды, агитбригада составында яугирҙәрҙең рухын күтәрә. Уның үҙенсәлекле һәләттәре хәрби музыка үҫешенә өлөш индергән өсөн Рәсәй Оборона министрлығының «Генерал-майор Александр Александров» миҙалы менән билдәләнде. Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме — артистың ижади ҡаҙаныштарын таныу билдәһе».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай йырсыһы Әлфир Заманов һәм уның коллегалары 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға юлланды. Яҡташыбыҙ интернет селтәрендә йырлай-йырлай фронтҡа китеп барған мобилизацияланған артистарҙың киң таралған ролигынан һуң билдәлелек яуланы. Видеола яугирҙәр баянға ҡушылып, Ҡадир Даян шиғырҙарына яҙылған «Шайморатов генерал» йырын башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-07-18/boets-svo-alfir-zamanov-stal-zasluzhennym-artistom-bashkortostana-3853947

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика